СТАРЦЕВ Александр Петрович (21.10.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Монастырь Дыуанайы а., хәҙ. БР‑ҙың Бөрө р‑ны Старцин а., — 9.4.2008, Пермь ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлаған. 1936 й. алып Бөрө р‑нында эшләй. 1941 й. башлап Совет Армияһында. 1942 й. майынан Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы гвардия армияһының 51‑се гвардия уҡсылар див. 122‑се гвардия артиллерия полкының орудие тоҫҡаусыһы кесе сержант С. 1943 й.6—7 июлендә Белгород өлк. Яковлево а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1947) Пермдә эшләй. Ленин (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. Бөрө ҡ. урамға һәм Бөрө р‑нының Калинники урта мәктәбенә С. исеме бирелгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика