СТАРОСТА, 16 б. — 20 б. 20‑се йй. башында Рәсәйҙә бәләкәй адм.‑терр. берәмектәргә һәм йәмәғәт коллективтарына етәкселек итер өсөн һайлап ҡуйылған кеше. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башҡ. улустарында С. абруйлы башҡ. вәкилдәре — бейҙәр, тархандар һ.б. араһынан һайланған. Вазифа нәҫел б‑са тапшырылған. С. бурыстарына яһаҡ йыйыу, йөкләмәләр үтәлешен күҙәтеү, общинаның ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу мәсьәләләрен көйләү ингән. 1730‑сы йй. башҡ. улусы старшинаһы вазифаһына алмаштырыла. Крәҫтиән реформаһы ваҡытында крәҫтиән общинаһының ауыл С. — ауыл йәмғиәтенең иң юғары вазифаһы булдырыла. Бер йылға ауыл йыйылышында һайлап ҡуйылған. Улус старшинаһына буйһонған. Йөкләмәләрҙән азат ителгән, уны тән язаһына тарттырыу тыйылған. Ауыл С. бурыстарына ауыл йыйылышын саҡырыу һәм таратыу, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү, ыҙан билдәләрен, һалым йыйыуҙы, рәүиз мәғлүмәттәрен алып барыуҙы, дауахана, училище, мөгәзәйҙәр торошон күҙәтеү һ.б. ингән. 1917 й. вазифа бөтөрөлә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика