СТАРИКОВ Агафон Герасимович, Өфө провинцияһының дәүләт крәҫтиәндәренәнУложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы. Өфө провинцияһының Мәнеү а. дәүләт крәҫтиәндәренән. Комиссияға ер мәсьәләһе б‑са ялыуҙар м‑н наказ тапшырған. Чиновниктарҙың крәҫтиәндәргә ҡарата ғәҙел эш итмәүенә ҡаршы сығыш яһаған, енәйәт ҡылған өсөн яуаптан ҡасып, православие динен ҡабул иткән яңы суҡындырылғандарҙы енәйәт яуабынан азат итеүҙе сикләргә тәҡдим иткән. Депутаттарҙың крәҫтиәндәргә сауҙа хоҡуғы биреү тәҡдимен хуплаған. 1768 й. июлендә депутатлыҡ вәкәләттәрен Ҡоро ер шляхта кадет корпусы ҡаҙнасыһы А.А.Беклешовҡа тапшыра, уның үлеменән һуң 1769 й. яңынан депутат итеп тәғәйенләнә. Ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн 1775 й. депутат дәрәжәһенән мәхрүм ителеп, Азов губ. Таганрог ҡ. каторга эштәренә оҙатыла.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика