СТАНИЦА, 1) 16—17 бб. Рәсәйҙә көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығышта ҡарауыл хеҙмәтенең бер төрө. С. составына станица башлығы, 10—20 станица кешеһе, юл күрһәтеүселәр ингән, улар алдан билдәләнгән маршрут б‑са йөрөп, разведка үткәргән һәм халыҡты теге йәки был дошман барымтаһы т‑да иҫкәрткән. Өфө өйәҙендә станица хеҙмәте даими булмаған, уны башҡорттар (ҡайһы ваҡыт Өфөнөң хеҙмәтле кешеләре м‑н маршрутҡа сыҡҡандар)үтәгән. 17 б. башында Башҡортостанға С. Ҡазандан ебәрә башлағандар; 2) бер нисә утарҙы һәм ауылды берләштергән казак торамаһы (адм.‑терр. берәмек). Башында станица атаманы, идара һәм йәмәғәт (хәрби ҡатлам кешеләре) торған. 20 б. башында Ырымбур губернаһында 43 С. иҫәпләнгән.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика