СТАНИСЛАВСКИЙ Сергей Кириллович (1723—1800), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Ген.‑майор (1768). Дворяндарҙан. 1763 й. алып Көнбайыш Себерҙең гарнизон ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1773 й. окт. башлап 2 еңел ялан командаһы һәм Себер казактары отряды (1200 кеше) башында Себер губернаһынан Ырымбур ҡ. ҡамауын өҙөү өсөн ебәрелә. 1774 й. көҙөнә тиклем Үрге Яйыҡ (ҡара: Верхнеурал ҡәлғәһе), Орск ҡәлғәләре һәм Троицк ҡәлғәһе тирәһендә һуғыша.

Әҙәб.: Скалон А.Д. мәҡ. ҡарағыҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика