СТАВРОПОЛЬ ПРОВИНЦИЯҺЫ, 1745 й. Ырымбур губернаһы составында ойошторола. Волга аръяғының төп өлөшөн, Яңы Кама аръяғы сик һыҙығын (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы), Һамар ҡ. үҙ эсенә алған. Төньяҡ‑көнсығышта һәм көнсығышта — Бөгөлмә ведомствоһы, көньяҡта — Ырымбур провинцияһы, көнбайышта һәм төньяҡ‑көнбайышта Ҡазан губернаһы м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Ставрополь ҡәлғәһе (1736 й. Волга й. буйында нигеҙләнә). Халҡы 1747 й. — 9995 кеше (ш. иҫ. яһаҡлы, башҡа диндәге хеҙмәтле кешеләр, однодворецтар, батша һарайы, монастырь һәм алпауыт крәҫтиәндәре). Халыҡтың 65,6%‑ы яңы күскенселәрҙән (Рәсәй хөкүмәте биргән һәм башҡорттарҙан һатып алынған ерҙәрҙә ултырғандар) торған. С.п. Ставрополь ҡалмыҡ ғәскәре урынлашҡан. 1782 й. провинция бөтөрөлә, терр‑яһы Сембер наместниклығының Ставрополь өйәҙе составына инә.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика