СПИРИДОНОВА Мария Александровна (16.10.1884, Тамбов ҡ. — 11.9.1941, Орёл ҡ.), революция хәрәкәте эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1905 й. алып Социал-революционерҙар партияһы ағзаһы. 1906—17 йй. каторгала. Һул социал-революционерҙар (интернационалистар) партияһы етәкселәренең береһе. Советтарҙың 2‑се Бөтә Рәсәй съезында Бөтә Рәсәй ҮБК рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. 1918 й. 6 июлендә Мәскәүҙә  булған һул эсерҙар фетнәһен ойоштороусыларҙың береһе. Бер нисә тапҡыр һаҡ аҫтында тотолған. 1921 й. И.З.Штейнберг һәм И.Д.Баккалдың яуаплылығына иреккә сығарыла. 1923 й. башлап Калуга, Сәмәрҡәнд, Ташкент, Мәскәү, Ялта, 1931 й. ғин. — Өфөлә һөргөндә (ҡара: Сәйәси һөргөн) була. СССР Дәүләт банкыһының Башҡ‑н контораһында эшләгән. 1937 й. репрессиялана, атыла. 1990 й., 1992 й. аҡлана.

Әҫәрҙ.: Из воспоминаний о Нерчинской каторге. М., 1926.

Әҙәб.: Гусев К.В. Эсеровская богородица. М., 1992; Мордвинцев Г.В. Распятая жертва на кресте //Трудный путь к правде. Уфа, 1997.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика