АТТРАКТАНТТАР (лат. attraho — үҙемә тартып торам), тәбиғи һәм синтетик матдәләр (сигнал биреүсе матдәләр), уларҙы тойған заттарҙа еҫ таратыусы сығанаҡ яғына хәрәкәт итеү теләген тыуҙыра. А. бөжәктәрҙә, нематодаларҙа, үрмәксе һымаҡтарҙа, ҡыҫала һымаҡтарҙа, балыҡтарҙа, имеҙеүселәрҙә һәм ылымыҡтарҙа табылған. А. хайуандарҙың, бигерәк тә бөжәктәрҙең, үҙ-үҙҙәрен тотоу реакцияларын тиҙләтә (мәҫ., аҙыҡ, йомортҡа һалыу урындарын, енси партнёрҙар табыу; ҡушылыу һ.б.) һәм күҙәтеү аҫтына ала. Аҙыҡ А. бөжәкте үҫемлеккә йәлеп итә. Бөжәктәрҙең енси А. көслө биологик актив матдәләр булып тора. Уларҙың тирә-яҡҡа таратҡан А. (10-9 г тиклем) йөҙәрләгән метр алыҫлыҡтан ҡаршы енес заттарының антенна рецепторҙары ярҙамында бер нисә молекула кимәлендә ҡабул ителә. Енси А. үҙенсәлеге һәм һөҙөмтәлелеге уларҙың төҙөлөшөнә (ш. иҫ. геометрик һәм оптик изомерияһына, ҡара: Изомерҙар) бәйле. А. зарарлы бөжәктәргә ҡаршы көрәштә (ҡара: Үҫемлектәрҙе биотехник һаҡлау ысулы), уларҙың популяцияһының тығыҙлығын билдәләүҙә, ҡайһы берҙә инсектицидтар, хемостерилизаторҙар йәки патогендар м-н берлектә файҙаланыла. А. синтезлау б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. уртаһында Химия ин-тында (ҡара: Органик химия институты) Г.А.Толстиков һәм В.Н.Одиноков етәкс. башлана. Органик һәм нефтехимия синтезының табыуы еңел булған продукттары, ш. уҡ тәбиғи берләшмәләр — терпеноидтар һәм шәкәрҙәр — нигеҙендә бөжәктәрҙең күп кенә төрҙәренең А. алыуҙың һөҙөмтәле ысулдары эшләнә (Р.И.Ғәлиева, Ғ.Й.Ишморатов, О.С.Куковинец, Толстиков, В.Р.Әхмәтова). Бал ҡорттарының үҙ-үҙҙәрен тотоу реакцияларын һәм бөжәктәрҙең — урман (парһыҙ ебәк күбәләге, сыбарғанат ебәк күбәләге), а.х. үҫемлектәре (алма күбәләге, мамыҡ шайтан күбәләге), ашлыҡ һаҡламдары (тирмән һәм көньяҡ күбәләктәре, он ҡуңыҙы), карантин ҡоротҡостарының — һанын көйләргә мөмкинлек биреүсе А. эшләнгән. Шулай уҡ ҡара: Феромондар.

Әҙәб.: Гудман М., Морхауз Ф. Органические молекулы в действии. М., 1977; Лебедева К.В., Миняйло В.А., Пятнова Ю.Б. Феромоны насекомых. М., 1984; Одиноков В.Н., Серебряков Э.П. Синтез феромонов насекомых. Уфа, 2001.

В.Н.Одиноков

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева