СӨНӘҒӘТУЛЛИН Йәүҙәт Оморҙаҡ улы [12.6.1924, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Иманғол а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 25.9.2007, Өфө, Учалы ҡ. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Майор. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған (1946—49). 1940 й. алып Учалы р‑нының “Коммунар” к‑зында эшләй. 1943 й. майынан Воронеж, 2‑се Украина һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52‑се армия 254‑се уҡсылар див. 933‑сө уҡсылар полкының штаб нач. элемтәсеһе С. 1943 й. 2 окт. Украина ССР‑ының Крещатик а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) эске эштәр бүлегендә (Учалы р‑ны), Учалы урта мәктәбе дир. булып эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика