СӨЛӘЙМӘНОВА Лена Шәһиҙулла ҡыҙы (15.1.1961, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Мәндем а.), тарихсы, юрист. Тарих ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БДУ‑ны (1983) һәм БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тын (1999) тамамлаған. 1983 й. алып Ғафури р‑ны Ташлы урта мәктәбе дир. урынбаҫары, 1986—92 йй. Стәрлетамаҡ химия-технология техникумында, 1995—98 йй. һәм 2001 й. башлап БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта, бер үк ваҡытта 2002 й. алып Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр акад. (Өфө) каф. мөдире. 2006 й. башлап ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостан мәғарифы тарихына һәм хоҡуҡи аспекттарына, йәмәғәтселек м‑н бәйләнештәрҙе хоҡуҡи көйләүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Национальные учебные заведения в Башкортостане в первое сорокалетие XX века. Уфа, 2000.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика