СОЦИАЛЬ СТРУКТУРА, башҡорт йәмғиәтенең үҙ‑ара бәйләнешле булған һәм тәьҫир итешкән социаль төркөмдәре һәм институттарының тәртипкә килтерелгән тупланмаһы. Ярым күсмә малсылыҡ хужалыҡ‑мәҙәни тибы (ҡара: Күсмә тормош, Һыйырсылыҡ) өҫтөнлөк иткән шарттарҙа формалаша, тарихи‑мәҙәни традицияларға һәм йолаларға бәйле була. Башҡ. общинаһының С.с. айырым ҡатламдар араһында аныҡ бүленеү һәм сиктәрҙең асыҡ билдәләнмәүе хас булған. Халыҡтың төп өлөшөн аҫаба башҡорттар тәшкил иткән, юғары ҡатламдарға — ырыу‑ҡәбилә аҡһөйәктәре (бей, кенәз, мырҙа һәм тархандар), мосолман руханиҙары (ислам дине таралғас), бойондороҡлоларға байғоштар, туҫнаҡтар, ялсылар, ясырҙар ингән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң төрлө ҡатламдарҙың бурыс һәм хоҡуҡтары жалованный грамоталарҙа теркәлгән; башҡорттарҙың төп өлөшөнә хәрби (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) һ.б. йөкләмәләр, яһаҡ түләү һалына. Халыҡтың өҫтөнлөк м‑н файҙаланған категориялары барлыҡҡа килә: хәрби һәм граждан чиновниктары (ҡара: Дәүләт хеҙмәте), старосталар, старшиналар, сотниктар (староста һәм старшина ярҙамсылары); йәмғиәттең хәллерәк ағзалары (байҙар) айырылып сыға. Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда башҡорттар айырым хәрби хеҙмәттәгеләр ҡатламына ҡарай, аҡһөйәктәрҙең ҡайһы бер вәкилдәренә дворянлыҡ дәрәжәһе бирелә. Мосолман дини белем биреү үҫешеүе м‑н башҡ. интеллигенцияһы формалаша. Рәсәй дәүләте үткәргән ер сәйәсәте, ш. уҡ күскенселек хәрәкәте көсәйеүе арҡаһында Башҡортостан халҡының ҙур өлөшөн керҙәштәр тәшкил итә, мәғдән сәнәғәте хужалары (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр), сауҙагәрҙәр һәм урыҫтарҙа булған башҡа ҡатламдар барлыҡҡа килә. 19 б. уртаһында эшҡыуарлыҡтың сауҙа, сәнәғәт, кредит‑финанс һ.б. өлкәләре үҫешеүе һөҙөмтәһендә буржуазия ойоша. “Башҡорттар тураһында положение” индерелеү һәм реформалар (19 б. 60—80‑се йй.) үткәрелеү м‑н башҡорттарҙың төп өлөшө крәҫтиәндәр ҡатламына күсә, ш. уҡ мещандар(ҡара: Мещанлыҡ), эшселәр синыфы һ.б. барлыҡҡа килә. Революциянан (1917) һуң башҡорттарҙың традицион С.с. бөтөрөлә. Шулай уҡ ҡара: Социаль стратификация.

Г.А.Кинйәбаева, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика