СОЦИАЛИСТИК ЯРЫШ, кешеләрҙе халыҡ хужалығы пландарын үтәү һәм арттырып үтәү өсөн йәлеп итеү, хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү б‑са идея‑сәйәси тәрбиә сараһы. Капиталистик конкуренцияға ҡаршы соц. төҙөлөш ысулы булып В.И.Ленин тарафынан уйлап табыла һәм эшләнә. Төп принциптары: билдәлелек, ҡаҙаныштарҙы сағыштырыу, тәжрибә алмашыу, иң юғары һөҙөмтә өсөн матди һәм рухи яҡтан дәртләндереү һ.б. 1920 йй. башынан С.я. удар хеҙмәт рәүешендә коммунистик өмәләрҙә сағылыш табып, индустриялаштырыу осоронда киң тарала. 1927 й. “Красная Башкирия” (“Ҡыҙыл Башҡортостан”) гәз. редакцияһы һәм БАССР профсоюздары советы иң яҡшы пр‑тие һәм фабрика- завод комитеты исеменә конкурс үткәрә. 1‑се биш йыллыҡ (ҡара: Биш йыллыҡ пландар) осоронда Бөтә Союз С.я. иғлан ителә. 1929 й. апр.—майында уға БАССР‑ҙың 35 пр‑тиеһы ҡушыла. Хеҙмәт коллективтары С.я. ҡатнашыуға хужалыҡ‑сәйәси килешеүҙәр төҙөгән, делегациялар м‑н алмашҡан һ.б. Июндә Белорет металлургия з‑ды эшселәре — Златоуст ҡ. металлургтары, Өфө паровоздар ремонтлау з‑ды Муром ҡ. тимер юлсылары м‑н килешеү төҙөгән. 1929 й. аҙ. республиканың сәнәғәт пр‑тиеларында С.я. 12 мең 882 кеше (бөтә эшселәрҙең 58%‑ы) ҡатнашҡан. 1930 й. февр. БАССР м‑н ТАССР араһында коллективлаштырыу т‑да килешеүгә ҡул ҡуйыла. Йәштәрҙең удар бригадалары хәрәкәте киңәйә. С.я. үҫтерер өсөн партия, профсоюз һәм хужалыҡ органдары төрлө эш алымдары ҡулланған: смотрҙар, конкурстар, активистар рейдтары, ваҡытлы баҫма биттәрендә хеҙмәт алдынғыларының сығыштары һ.б. Яңы формалары 30‑сы йй. барлыҡҡа килә: удар һәм хужалыҡ иҫәбендәге бригадалар, йәмәғәт буксирына алыу, сменалы планлаштырыу һ.б. Стахановсылар хәрәкәте 1935 й. киң ҡолас ала. Уға эш нормаһын арттырып үтәү, алдынғы тәжрибә м‑н уртаҡлашыу, етештереү техникаһын камиллаштырыуҙа эшселәрҙең ҡатнашыуы хас була. Быраулау оҫтаһы А.И. Кунягин, паровоз машинистары А.Г.Гурин һәм А.И.Чернов, вышкалар ҡороусы П.П.Куликов, штукатурсы Г.Р.Рәхмәтуллин һ.б. республикала тәүге стахановсылар була. 1940 й. башына респ. эре сәнәғәт пр‑тиеларында эшселәрҙең 52%‑ын стахановсылар тәшкил иткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ике, биш йөҙсөләр, меңселәр, тиҙләтеүселәр, күп станоксылар, йәштәрҙең фронт бригадалары хәрәкәте таралған. Стахановсылар вахталары, ашығыс фронт заказдары декадалары һәм айлыҡтары, эвакуацияланған ҡорамалдарҙы ҡабул итеү һәм йыйыу б‑са шәмбе һәм йәкшәмбе өмәләре уҙғарылған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа респ. С.я. башлыса нефть сығарыу сәнәғәтенең үҫеш темптарын тиҙләтеүгә йүнәлтелгән. БАССР, Әзербайжан ССР‑ы һәм Куйбышев__ өлк. нефтселәре араһында С.я. үткәрелгән. Уларҙың делегациялары скважиналар быраулауҙа алдынғы ысулдар ҡулланыу һәм нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү б‑са тәжрибә уртаҡлашҡан. Башҡортостан нефтселәре ТАССР‑ҙа нефть сығарыуҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән. Ауыл хужалығында С.я. республиканың айырым колхоз һәм райондары ҡатнашҡан. 1947 й. С.я. һөҙөмтәләре б‑са БАССР‑ҙың 49 а.х. эшсеһе — Ленин, 321‑е Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән, 11‑е Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған. 50‑се йй. аҙ. С.я. төп формаһы булып коммунистик хеҙмәт бригадалары хәрәкәте иҫәпләнә. 1967 й. башлап С.я. Окт. революцияһы, СССР ойошторолоу, Б.В. һуғышында еңеү кеүек юбилейҙарға арналған. С.я. еңеп сыҡҡан хеҙмәт коллективтары СССР орд., күсмә байраҡтар, почётлы исемдәр, грамоталар һ.б. м‑н бүләкләнгән. Ярыш йомғаҡтары б‑са айырым етәкселәр һәм эшселәр Соц. Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған, аҡсалата премиялар, ҡиммәтле приздар һәм бүләктәр, сираттан тыш торлаҡ, шифахана‑курорттарға путёвкалар һ.б. алған. С.я. ҡатнашыу йәмәғәт алдында абруй ҡаҙаныу, хеҙмәтсәндәр өсөн артабанғы карьера һәм соц. үҫеш шарты булған. С.я. сәнәғәт һәм а.х. етештереүен тиҙләтеүҙә, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙә, хеҙмәттең алдынғы ысулдарын индереүҙә мөһим роль уйнаған. Шуға ҡарамаҫтан, күп кенә башланғыстар формаль, пропагандистик йөкмәткеле булған; смотр, конкурс, слёттар һәм алдынғылар конференциялары байрам итеү һәм шау‑шыу шарттарында барған. С.я. юғары күрһәткестәргә өлгәшер өсөн айырым эшселәргә яһалма эш шарттары булдырылыу, күпселек хеҙмәтсәндәр араһында эске ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. 90‑сы йй. башында илдәге сәйәси һәм соц.-иҡт. үҙгәрештәрҙән һуң С.я. үткәрелмәй, әммә ҡайһы бер дәртләндереү саралары ҡулланыла.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика