СОТНИКОВ Михаил Васильевич [1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Прасковьино-Васильевка а. — 17.5.1945, Лодзь ҡ. (Польша) ерләнгән], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. февр. алып Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 8‑се гвардия армияһының 82‑се гвардия уҡсылар див. 91‑се айырым гвардия сапёр батальонында сапёр булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н С. 1945 й. 14 ғин. Нове-Място ҡ. янындағы алыштарҙа, 11—23 февр. Познань ҡәлғәһен (икеһе лә — Польша) алыуҙа, 23—29 апр. Берлин өсөн барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1‑се (1946, үлгәндән һуң), 2‑се (1945 й. марты) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың ғин.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика