СОММЬЕ Стефан (20.5.1848, Флоренция — 1922), итальян этнографы, шәрҡиәтсе. 1880 й. Көнбайыш Себер һәм Урал буйлап сәйәхәт итә. Рәсәй халыҡтарының, ш. иҫ. башҡорттарҙың, антропологияһын һәм этнографияһын өйрәнгән. Уның “Башҡорттар тураһында” (“О башкирах”) хеҙмәтендә Ырымбур губернаһы башҡорттарының антропологик үҙенсәлектәре, көнкүреше, торлағы, хужалығы, башҡорт кейеме, башҡорт аш‑һыуы, ғаилә‑никах мөнәсәбәттәре, йәмғиәт ҡоролошо, дине һ.б. тасуирлана, этногенез мәсьәләләре ҡарала, “башҡорт” термины этимологияһының төрлө варианттары бирелә.

Э.В.Миһранова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.