АТРОЩЕНКО Валерий Владимирович (9.12.1950, Бөгөлмә ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1993). СССР-ҙың (1985), БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2002), РФ-тың атҡ. нефтсеһе (2000), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2011). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (1993 й. алып иретеп йәбештереү ҡорамалдары һәм технологияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1996 й. башлап “Свартэкс” ААЙ (Өфө) ген. директоры. Фәнни эшмәкәрлеге электр ярҙамында эшкәртеү процестарын комплекслы автоматлаштырыуға бәйле. Газ турбиналы авиация двигателдәренең сопло аппараттарын һәм ҡалаҡтарын электроэрозия ысулы м‑н перфорациялау өсөн донъялағы беренсе 6 координатлы һығылмалы етештереү модулен төҙөүҙә ҡатнаша. Уның етәкс. электр ярҙамында эшкәртеү процестары м‑н идара итеү системаһының 30‑ҙан ашыу яңы тибы уйлап табыла һәм СССР‑ҙың Авиация сәнәғәте министрлығы пр‑тиеларында индерелә; һығылмалы индуктор нигеҙендә металдарҙы, ҡыҙҙырып, элекке хәленә килтереү өсөн технологик һәм техник саралар комплексы эшләнә. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 46 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Автоматика и автоматизация сварочных процессов. Уфа, 1993; Автоматическое управление и диагностика технологических процессов электрообработки. М., 2000 (авторҙ.); Прогнозирование аварийных ситуаций в сложных технологических объектах. Уфа, 2003.

А.Н.Зайцев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов