СОЛТАНОВ Фәйзулла Вәли улы [15.10.1922, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Байдәүләт а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 24.11.1992, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1956), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1960) тамамлаған. 1939—41 йй. һәм 1943 й. алып Ейәнсура р‑нында уҡытыусы булып эшләгән. 1946—48 йй. ВЛКСМ‑дың Ейәнсура район ком‑тында, 1950 й. башлап КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында, 1961 й. — Бөрө пед. ин‑ты ректоры, 1963 й. — КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары, 1967—90 йй. БАССР ЮС‑ы Президиумы рәйесе. РСФСР һәм БАССР ЮС‑ының 7—11‑се саҡырылыш депутаты. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), Халыҡтар дуҫлығы (1982), Ҡыҙыл Йондоҙ (1966), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән. Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а. урамға һәм 3‑сө урта мәктәпкә С. исеме бирелгән, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа һәм Байдәүләт а. ул уҡыған башланғыс мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика