СОЛТАНОВ Искәндәр (Искәндәрбәк) Мөхәмәтйәр улы (1872, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе — ?), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Солтановтар нәҫеленән. М.М.Солтановтың улы. Ҡазан ун‑тының юридик ф‑тын тамамлаған. Өфөлә суд палатаһында присяжный вәкиле. 1917 й. дек. алып Кесе ҡоролтай һәм Башҡорт хөкүмәте ағзаһы. 1918 й. башлап Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы. Июндән Башҡ. хөкүмәтенең юстиция бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта Башҡ. хөкүмәте эргәһендәге хәрби‑тәфтиш комиссияһы рәйесе. Авг. Башҡорт ғәскәрен ҡорал һәм обмундирование м‑н тәьмин итеү т‑да Ваҡытлы Себер хөкүмәте м‑н һөйләшеүҙәр алып бара. 8—23 сент. Башҡ. хөкүмәте делегацияһы составында Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша. 1919 й. 26 ғин. Башҡ. хөкүмәте составынан сығарыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика