СОЛТАНМОРАТ ЯНЫШЕВ (?—1777), Крәҫтиәндәр һуғышын (177375) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Капитан (1776). Янышевтар нәҫеленән. Мырҙа. Себер даруғаһының мишәр старшинаһы. 1765 й. алып Өфө провинцияһының почта комиссары, 1768—72 йй. йылҡы м‑н сауҙа итеүселәрҙән һалым йыйыусы. Тирмәндәр һәм тире иләү заводтары хужаһы. 1775 й. “башҡорт депутаттары” составында С.‑Петербургта императрица Екатерина II хозурында булып ҡайта. Баш күтәреүселәр м‑н көрәшер өсөн атлы отряд ойоштора, ул 1774 й. мартында ген.-аншеф А.И.Бибиковтың бойороғо б‑са подполк. И.И.Михельсон деташементына ҡушыла. 6 һәм 8 майҙа Үрге Эҫем з‑ды (ҡара: Эҫем заводтары) һәм Ирәле а., 22 майҙа — Лягушино а. (икеһе лә — Исәт провинцияһы), 31 майҙа — Себер даруғаһы Әйле улусының Әйле пристане, 3 июндә — ш. уҡ даруғаның Тырнаҡлы улусы Үрге Ҡыйғы, 5 июндә Уразмәт аа. янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1776 й. 2 алтын миҙал м‑н бүләкләнә. Ауырғазы р‑нының Солтанморат а. уның исемен йөрөтә.

Әҙәб.: Гвоздикова И.М. Документы свидетельствуют... //Поиски и находки. Уфа, 1984.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика