СОЛТАНҒӘЛИЕВ Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы [13.7.1892, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Йәлембәт а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 28.1.1940, Мәскәү], сәйәси эшмәкәр. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Х.Солтанғәлиевтең ағаһы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң (1911) Стәрлетамаҡ өйәҙенең Иҫке Атйетәр, Шәрип аа. мәктәптәрендә, 1913 й. башлап ҡыҙ балалар гимназияһында (Баҡы) уҡытыусы булып эшләй. 1917 й. алып Ҡазан губерна революцион штабы, Көнсығыш фронттың Икенсе армияһы Реввоенсоветы ағзаһы, Ҡазан мосолман соц. ком‑ты рәйесе, Ҡазан губернаһының аҙыҡ-түлек комиссары, 1919—23 йй. РСФСР‑ҙың Хәрби һәм диңгеҙ эштәре ХК ҡарамағындағы Үҙәк мосолман хәрби коллегияһы рәйесе, Ҡыҙыл Армия Сәйәси идаралығының көнсығыш бүлексәһе нач., Көнсығыш халыҡтары коммунистар ойошмаһының үҙәк бюроһы рәйесе, Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы. 1919 й. февр. Милләттәр эштәре б‑са ХК вәкиле булып Башҡорт корпусының РККА яғына сығыу шарттары т‑да Башҡорт хөкүмәте м‑н һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша, июлдә Башҡ. Респ. ҡаршы агитацияны туҡтатыу һәм татар хәрби частары тарафынан башҡ. халҡына ҡарата репрессияға юл ҡуймау т‑да бойороҡ бирә. Большевиктарҙың милли дәүләт ҡоролошо өлкәһендәге сәйәсәтенә ҡаршы була, авт. республикаларҙың статусын күтәреү өсөн сығыш яһай. 1923 й. майында партияға һәм советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, партиянан сығарыла һәм ҡулға алына. Иреккә сығарылғандан һуң (июнь) СССР кооперацияһы системаһында эшләй. 1928 й. контрреволюцион ойошма булдырыуҙа ғәйепләнеп, яңынан ҡулға алына, 1930—34 йй. төрмәлә була. 1937 й. мартында репрессиялана (ҡара: Солтанғәлиев эше), атыла. 1990 й. аҡлана.

Хеҙм.: Избранные труды. Казань, 1998.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика