СОКОЛОВСКИЙ Иван Николаевич (27.1.1858—?), дәүләт эшмәкәре. Ген.- лейт. (1907). Херсон губ. дворяндарынан. 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Елизаветград кавалерия юнкерҙар уч‑щеһын (1877), Ген. штабтың Николай акад. (С.‑Петербург, 1884) тамамлаған. 1877 й. алып рус армияһында. 1895 й. башлап Ырымбур вице‑губернаторы, 1901 й. — Семипалатинск өлк. хәрби губернаторы, 1903—05 йй. Өфө губернаторы. Күскенселәргә Өфө губернаһында өҫтөнлөклө шарттарҙа ер һатып алыуға булышлыҡ итер өсөн Крәҫтиән ер банкыһына айырым хоҡуҡтар биреү т‑да тәҡдим индерә. Ышанысһыҙ кешеләрҙе йәмәғәт учреждениеларында һәм тау заводтарында эшләүҙән ситләштергән. 1905 й. 1 майында уның бойороғо б‑са Өфөлә эшселәр һәм студенттар демонстрацияһы таратыла. 3 майҙа эсерҙарҙың хәрби ойошмаһы ағзаларының береһе тарафынан С. һөжүм яһала. 1906 й. башлап Әстерхан губернаторы һәм Әстерхан казак ғәскәренең наказлы атаманы. 1917 й. мартында ҡулға алына. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 4‑се дәрәжә Изге Владимир (1901), 1‑се (1913), 2‑се (1899), 3‑сө (1890) дәрәжә Изге Анна, 1‑се (1910), 2‑се (1896), 3‑сө (1886) дәрәжә Изге Станислав, сит ил орд., миҙалдар м‑н бүләкләнгән.

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика