СОКОЛОВ Михаил Иванович [1881, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Иҫке Михайловка а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) — 2.12.1906, С.‑Петербург], революция хәрәкәтеэшмәкәре. 1903 й. алып Социал-революционерҙар партияһы ағзаһы. 1904 й. ҡулға алына, Швейцарияға ҡаса. Сент. Рәсәйгә ҡайта, Гродно, Минск һәм Могилёв губ. хәрби дружиналар ойоштора. 1905 й. апр.—нояб. һаҡ аҫтында була. Мәскәүҙә Декабрь ҡораллы ихтилалы етәкселәренең береһе. 1906 й. Эсер-максималистар союзын (Або ҡ., Финляндия) ойоштороусыларҙың береһе. Авг. Аптекарь утрауында премьер-министр П.А.Столыпиндың дачаһын шартлатыуҙы ойоштора. Каин, Медведь, Шапошников псевдонимдары м‑н билдәле була. Язалап үлтерелә.

Хеҙм.: Сущность максимализма. СПб., 1906.

Әҙәб.: Жуков А.Ф. Идейно-политический крах эсеровского максимализма. Л., 1979; Павлов Д.Б. Эсеры-максималисты в первой российской революции. М., 1989; Будницкий О.В. История терроризма в России в документах, биографиях, исследованиях. Ростов н/Д, 1996.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика