СОКОЛОВ Михаил Анисимович [12.1.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Останково а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 14.1.2003, Өфө], өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курстарын, БАХИ‑ны тамамлаған (1957). Баҡалы р‑нының “Ҡыҙыл яугир" к‑зында эшләгән. 1943 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. февр. башлап Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армия 112‑се уҡсылар див. 416‑сы уҡсылар полкы 2‑се уҡсылар батальонының взвод ком. лейт. С. 1945 й. 27 ғин. Домзек торама пункты (Польша) янында Одер й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Баҡалы һәм Өфө р‑ндарында, артабан Өфөлә эшләй. Ленин (1945), Окт. Революцияһы, 1‑се һәм 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән. Баҡалы р‑нының Баҡалы а. урамға С. исеме бирелгән.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика