СОЙМОНОВ Леонтий Яковлевич (?—1743), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Ген.-лейт. (1740). 1722—23 йй. рус-фарсы һуғышында, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1731 й. Кронштадт ҡәлғәһе коменданты. 1736 й. уртаһынан алып Әстерхан вице-губернаторы, 1737 й. — Башҡорт эштәре комиссияһы нач., бер үк ваҡытта 1740 й. Ҡазан вице-губернаторы, 1741—42 йй. Ырымбур комиссияһы [ҡара: Ырымбур экспедицияһы (1734—44)] начальнигы. 1737—38 йылдарҙағы башҡ. ихтилалдарын баҫтырыуға, баш күтәреүселәрҙе язалауға етәкселек итә. 1737 й. йәй—көҙөндә уның етәкселегендәге ғәскәрҙәр 30‑ҙан ашыу башҡ. ауылын талай һәм яндыра. 1738 й. ғин. башлап В.Н.Татищев м‑н берлектә баш күтәреүселәрҙе ғәйебен танып, баш һалырға, ҡоралдарын тапшырырға һәм ат м‑н штраф түләргә өндәй.1739 й. башҡорттар иҫәбен алыуҙы ойоштора, был 1739—40 йй. ихтилалға сәбәпсе була. 1740 й. авг. Ырымбур ҡ. янында башҡ. халҡының бер өлөшөн йыйып, ихтилалда ҡатнашҡан — 122 кешене, сент. Һамар ҡаласығы эргәһендә 170 ҡатнашыусыны халыҡ алдында язалауҙы ойоштора. С. үҙ вазифаларынан артыҡ файҙаланыуы һәм ихтилалды аяуһыҙ баҫтырыуы “башҡорт эштәре тураһында” тәфтиш комиссияһының ойошторолоуына килтерә.

И.Ғҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика