СОВЕТ‑ФИНЛЯНД ҺУҒЫШЫ (1939—40), Карелия һәм Кола ярымутрауын контролдә тотоу өсөн СССР һәм Финляндия араһындағы хәрби бәрелеш. Финляндия хөкүмәте Көнсығыш Карелиялағы биләмәһен Карел боғаҙына алмашыуҙан баш тарта һәм, үҙ армияһын нығытмалы “Маннергейм сиге”нә урынлаштырып, һуғышҡа әҙерләнә. 1939 й. 30 нояб. РККА частары совет‑фин сиген үтә. Ҡоро ер ғәскәрҙәре — төньяҡта (Кола ярымутрауында), көнсығышта (Көнсығыш Карелияла), флот Төньяҡ диңгеҙҙә һәм Фин ҡултығында һуғышҡан. Дек. СССР‑ҙы, илбаҫар һанап, Милләттәр Лигаһынан сығаралар. 1940 й. февр. совет ғәскәрҙәре “Маннергейм сиге”н ө .ә мартта Виипури ҡ (хә .. Выборг ҡ) ала. 1940 й. 13 мартында Финляндия СССР ҡуйған шарттарҙа солох төҙөргә мәжбүр була. Герой исеменә 412 кеше, ш. иҫ. И.П.Аляев, Ғ.Ш.Арыҫланов, С.Н.Майский һәм Г.С.Пулькин, лайыҡ була. РККА‑ның юғалтыуҙары 130 меңгә яҡын кеше, ш. иҫ. Башҡортостандан 1489 кеше, тәшкил итә.

Әҙәб.: Б и к м е е в М.А. Советско‑Финляндская война 1939—1940: факты, события, люди и безвозвратные потери Башкортостана. Уфа, 1999.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика