СОВЕТТАР СЪЕЗДАРЫ, 1917— 36 йй. РСФСР‑ҙа һәм СССР‑ҙа совет власының урындағы һәм үҙәктәге юғары органдары. Советтар Съездары системаһы район (өйәҙ), өлкә (губерна), край, республика (автономиялы һәм союздаш республикалар) һәм Бөтә Союз (СССР ойошторолғанға тиклем Бөтә Рәсәй) съездарын үҙ эсенә алған. Съездар составы күп баҫҡыслы һайлауҙарҙа асыҡ тауыш биреү юлы м‑н формалашҡан. Ҡала һәм ауыл советтарына депутаттар һайлар өсөн тура һайлауҙар уҙғарылған. Бөтә Союз һәм респ. съездары хөкүмәт докладтары, конституция, оборона һәм тышҡы сәйәсәт мәсьәләләре, халыҡ хужалығы, мәҙәниәт һ.б. үҫеше проблемалары б‑са мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән. С.С. үҙ биләмәләрендә съездар араһында дәүләт власының иң юғары органы һаналған башҡарма ком‑ттар ойошторған. 1936 й. СССР Конституцияһына ярашлы Съездар урынына халыҡтың үҙе тарафынан һайлап ҡуйылған берҙәм хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы системаһы урынлаштырыла. 1917—20 йй. Өфө губернаһында 6 губерна съезы уҙғарыла. 1920 й. июлендә Стәрлетамаҡ ҡ. 1‑се Бөтә башҡорт С.С. үтә, унда Башҡортостан хәрби‑революцион комитетын бөтөрөү, уның вазифаларын Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетына һәм АСБР ХКС‑ына тапшырыу т‑да ҡарар сығарыла. Бөтәһе 10 Бөтә башҡорт съезы уҙғарылып, һуңғыһы 1937 й. июнендә Өфөлә үтә.

М.С.Ғарипов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика