СОБХАНҒОЛ КИЛТӘКОВ (1720—1774, Көңгөр ҡ.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Түбәләҫ улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1773 й. дек. уртаһында 25 кешелек отряд м‑н И.С.Кузнецовҡа ҡушыла. Златоуст заводы, Ҡытау-Ивановка заводы һәм Һатҡы заводында баш күтәреүселәрҙең үҙидара органдарын ойоштороуҙа ҡатнаша. Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә ҡорал, һуғыш припасы, пушкалар, 4 заводтан тартып алынған аҡсаны ебәрә. Салауат Юлаев отряды м‑н берлектә1774 й. ғин. башында — Красноуфимск ҡәлғәһен алыуҙа, 23—24 ғин. Көңгөрҙө штурмлауҙа ҡатнаша. Февр. башында И.Н.Зарубиндың бойороғо б‑са ҡулға алына һәм Соҡсон заводында һаҡ аҫтында тотола. 4 февр. Көңгөрҙән килгән хөкүмәт командаһы тарафынан ҡулға алына. Ген.-аншеф А.И.Бибиковтың күрһәтмәһе б‑са язалап үлтерелә.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика