СОБОР УЛОЖЕНИЕҺЫ, Алексей Михайлович батшалыҡ иткән ваҡытта 1649 й. Земство соборы (1648—49) ҡабул иткән Рәсәй дәүләте закондары йыйылмаһы. Кенәз Н.И.Одоевский етәкс. махсус комиссия тарафынан әҙерләнгән. 25 бүлектән, 967 статьянан торған. С.у. дәүләт, граждандар, адм. һәм енәйәт б‑са хоҡуҡ нормалары, суд эштәрен алып барыу тәртибе билдәләнгән. Башҡортостанда үткәрелгән ер сәйәсәтенә ярашлы С.у. м‑н башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен һатыу-һатып алыу, таратыу һәм оҙайлы ҡуртымға алыу тыйылған (ҡара: Аҫаба; “Шәхси ерҙәр тураһында” бүлеге). 1736 й. 11 февр. һәм 1832 й. 10 апр. сығарылған указдар нигеҙендә был ҡағиҙә бөтөрөлә.

Әҙәб.: Тихомиров М.Н., Епифанов П.П. Соборное уложение 1649 года. М., 1961.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика