СМАҠОВ Муса Ғәтиәтулла улы [1885, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Смаҡ а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — ?], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. 1917 й. авг. алып Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы (нояб. мәғариф бүлеге мөдире), дек. — Кесе ҡоролтай ағзаһы. 1918 й. Башҡорт хөкүмәтенең Арғаяш кантонындағы вәкиле. Окт.—дек. Себер хөкүмәте вәкиле полк. Велектың күрһәтмәһе б‑са Х.Ҡ.Ҡушаев һ.б.м‑н бергә һаҡ аҫтында була. 1919 й. Башҡортостан хәрби-революцион комитетында эшләй. 1920 й. дек. башлап АСБР‑ҙың Мәғариф ХК коллегияһы ағзаһы. 30‑сы йй. “Южураллес" (Өфө) тресында эшләй. 1936 й. репрессиялана һәм аҡлана. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика