СКАЛОЗУБОВ Николай Лукич (29.10.1861, Кострома ҡ. — 19.2.1915, Тубыл губ. Ҡурған ҡ.), агроном, этнограф. Пётр игенселек һәм урман акад. тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1885) Красноуфимск өйәҙендә эшләй, 1894—1905 йй. Тубыл губ. агрономы. Себерҙә иген культуралары селекцияһы, май һығыу тармағы үҫеше мәсьәләләрен, ш. уҡ Пермь губернаһы башҡорттарының(ҡара: Пермь башҡорттары) этнографияһын өйрәнеү м‑н шөғөлләнгән. “Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе башҡорттарының иҡтисади хәле тураһында очерк” (“Очерк экономического положения башкирского населения Красноуфимского уезда Пермской губернии”; 1893) хеҙмәтендә башҡорттарҙың таралып ултырыу үҙенсәлектәре, иҫәбе, хужалыҡ итеүе һәм йәмғиәт ҡоролошо хаҡында мәғлүмәт килтерелә; “Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе статистикаһы өсөн материалдар”ҙа (“Материалы для статистики Красноуфимского уезда Пермской губернии”; 1890—93, 1—4‑се сығарылыш) Красноуфимск өйәҙендәге барлыҡ башҡорт ауылдары һүрәтләнә. Тубыл губернаһынан 2‑се (1907) һәм 3‑сө (1907—12) саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. 270‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы(1911). 3‑сө дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

А.В.Черных

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика