АСТРА ҺЫМАҠТАР, ҡатмарлы сәскәлеләр (Asteraceaе йәки Compositae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 1000 заты, 20 меңдән ашыу төрө билдәле. Бөтә Ер шары буйлап таралған. Үлән, ярым ҡыуаҡ, һирәгерәк ҡыуаҡ, тәпәш ағас, лиана, йыш ҡына һөт күҙәнәктәре йәки ыҫмала юлдары бар. Башҡортостанда 58 затҡа ҡараған яҡынса 200 төрө (бикәбаш, еҫлесәскә, суҡмарбаш, тоҡортаж, туҙғаҡбаш, тырнағут, әрем һ.б.) бар. Күп, һирәгерәк ике һәм бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки йәйенке, тармаҡлы, һирәгерәк ябай, һирәк осраҡта япраҡһыҙ. Япрағы ябай, бөтөн йәки теленмә, япраҡ ҡолаҡсыны юҡ (һабаҡ япрағы — йышыраҡ ултырма, сиратлы, һирәгерәк ҡапма-ҡаршы; тамыр эргәһендәгеһе — һаплы, суҡлы). Сәскәһе ваҡ, ҡайһы ваҡыт эре, төрлө төҫтә, дөрөҫ йәки дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, ике енесле йәки айырым енесле, һирәгерәк енесһеҙ. Каса япрағы емештәрен таратыуға булышлыҡ итеүсе өлпө рәүешендә. Тажы тоташ япраҡлы: 5 ҡалаҡлы көпшәле, тел япраҡлы, ялған тел япраҡлы, буранка һымаҡ һ.б. Ҡушылып үҫкән һеркәлекле 5 һеркәсе бар. Емешлеге 1, емшәне аҫҡы. Сәскәлеге — кәрзинкә (яңғыҙ була йәки күмәк булып тәлгәш, һепертке, шар һ.б. барлыҡҡа килтерә). Бөжәктәр йәки ел ярҙамында һеркәләнә. Емеше — орлоҡса, орлоҡтары кеше, хайуандар (бөжәктәр, ҡоштар, имеҙеүселәр һ.б.), ел һәм һыу ярҙамында таратыла. А.с. болонда, яланда, урманда, далала; дымлы урында, һирәгерәк һыуҙың һай урынында үҫә. А.с. араһында май биреүсе культуралар (көнбағыш, сафлор һ.б.), дарыу үҫемлектәре (бейек андыҙ, урыҫ кейеҙ үләне, әсе әрем, ябай үгәй инә үләне, ябай еҙтөймә һ.б.), декоратив үҫемлектәр (альп астраһы, ябай аҡ сәскә һ.б.), баллы үҫемлектәр (дарыу бәпембәһе, тумалаҡ башлы терпекәй үлән, ябай меңъяпраҡ һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (артишок, салат һ.б.) бар. Ҡайһы бер А.с. адвентив үҫемлектәргә (хуш еҫле хамомилля, әрем япраҡлы амброзия, ябай һаҫыҡшырау һ.б.), ҡый үләндәренә (баҡса һары билсәне, күк суҡмарбаш, шырт билсән һ.б.) ҡарай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 10 һирәк төрө (аҙ сәскәле әрем, ваҡ сәскәле соссюрея, төклө тоҡортаж һ.б.), ш. уҡ реликттар (баргузин әреме, Завадский дендрантемаһы, яланғас еҫле сәскә) һәм эндемиктар (тарбаҡай татыр билсәне, урал соссюреяһы) индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина