СИРЕНКО Иван Лаврентьевич [25.3. 1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Парафеевка а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 8.6.1965, Киев], лётчик, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. А.Ф.Мясников ис. Беренсе хәрби лётчиктар мәктәбен тамамлаған (Севастополь ҡ., 1935). 1928 й. алып Дәүләт төҙөлөш контораһында эшләй (Ырымбур ҡ.). 1931 й. башлап Совет Армияһында. 1941 й. июленән Калинин, Көнбайыш, Ленинград һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се һауа армияһының 276‑сы авиация див. 34‑се бомбардировка полкының эскадрилья ком. гвардия майоры С. 155 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1953) Киевта эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1944), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика