СИПАЙЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар сығышы м‑н Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы) була. 1654 й. Кама аръяғы сик һыҙығында Зәй ҡәлғәһенә урынлашалар. Билдәлеләре: Михаил Петрович С. (1766—?) һәм Яков Петрович С. (1769—?), прапорщиктар, Ырымбур сик буйы батальондарында хеҙмәт итәләр; Василий Андреевич С. (1776—?), губ. секретары (1804). 1795—98 йй. Ырымбур губерна идараһында, һуңыраҡ Ырымбур енәйәт суды палатаһында хеҙмәт итә; Егор Иванович С. (1792—?), губ. секретары (1817). 1809 й. алып Бөгөлмә городничий идараһында, 1812 й. — Бөгөлмә өйәҙ судында хеҙмәт итә. 1820 й. Бөгөлмә земство судына дворяндар заседателе, бер үк ваҡытта 1821 й. Бөгөлмә өйәҙ судына өйәҙ судьяһы итеп һайлана; Михаил Дмитриевич С. (1802—?), коллегия асессоры (1846). 1816 й. башлап Минзәлә земство судында хеҙмәт итә, 1824 й. — Бөрө земство судында дворяндар заседателе, 1829 й. — Өфө ҡала полицияһында хосуси пристав, 1835 й. — Ырымбур ҡаҙна палатаһының махсус эштәр чиновнигы, 1842 й. — Өфө земство судында өлкән заседатель, 1844 й. — Өфө округы нач. ярҙамсыһы. С. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 2‑се киҫәгенә яҙылған. Генераль ыҙанлау б‑саС. нәҫеле Минзәлә өйәҙендә (башҡа алпауыттар м‑н берлектә) 1143 дисәтинә, Бөгөлмә өйәҙендә Васильевка а. һәм (алпауыт Залесовтар м‑н берлектә) 806 дисәтинә, Өфө өйәҙендә Загорное а. (ҡара: Сипайлов) һәм 760 дисәтинә ер биләгән.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика