СИЛӘБЕ ӨЙӘҘЕ, 1782 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Исәт провинцияһының үҙәк өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1919 й. сент. — Силәбе губернаһы составында. 18 б. аҙ. төньяҡта — Пермь, көнсығышта — Тубыл наместниклыҡтары, көньяҡта — Урта ҡаҙаҡ йөҙө, көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта Троицкөйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге —Силәбе ҡалаһы. Майҙаны — 32882,8 км2 (1897). Халҡы: 18 б. аҙ. — 82808 кеше (ш. иҫ. башҡорттар 11637), 1897 й. — 413072 (башҡорттар — 5658, ҡаҙаҡтар — 1031, мишәрҙәр — 2102, татарҙар  3955, украиндар — 1246, урыҫтар — 351424 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 328055 крәҫтиән иҫәпләнгән, мещандар — 17084, дворяндар — 1967 һ.б.; мосолмандар — 57694, православие динендәгеләр — 354186 (ш. иҫ. 17512 старообрядсы) һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙ терр‑яһында 4‑се башҡ. кантоны ойошторола, 1‑се мишәр кантоныныңбер өлөшө урынлаша. 1866 й. С.ө. терр‑яһында 553 торама пункт иҫәпләнә, өйәҙ 5 станға бүленә. 1890 й. 31 улус (Андреевка, Белояр, Введенск, Воскресенск, Долговка, Заманиловка, Иванковка, Ичкинск, Каменка, Каминка, Карасевка, Карасинка, Карачельск, Ҡатай, Кипельск, Кислянка, Кочердыкск, Ҡортамыш, Маслейка, Мәтәле, Мөхәмәтҡолой, Окунев, Птиченск, Һарт-Ҡалмаҡ, Становск, Султай, Сухоборка, Таловка, Черлинск, Сүмләк, Шаламовка) һәм 6 станица (Долгодеревенск, Иткүл, Звериноголовский, Мейәс, Уйтамаҡ, Силәбе), 1917 й. 46 улус теркәлгән. Халҡы, нигеҙҙә, игенселек, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. 20 б. башында тимерселек-слесарь, механика а.х. з‑дтары һ.б. эшләй. 32 йәрминкә үткәрелгән (1866). 1891—92 йй. өйәҙ аша Һамар—Златоуст т. юлы (Златоуст—Силәбе участкаһы), 1896 й. Пермь т. юлы (Екатеринбург—Силәбе) үтә. 66 мәсет, 75 сиркәү, 86 часовня иҫәпләнгән (1866). 1919 й. 5 улус — Арғаяш кантоны, 4 улус Ялан кантоны составына инә. 1923 й. өйәҙ Силәбе округы итеп үҙгәртелеп, Урал өлкәһе составына күсә.

Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин

Карта: Силәбе өйәҙе (19 б. аҙағы)

Яндекс.Метрика