САХАРОВ Владимир Викторович (20.5.1853 — 1920 й. авг., Таврия губ. Карасубазар ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Кавалериянан генерал (1908). Дворяндарҙан. 1877—78 йй. рус-төрөк һуғышында, 1899—1901 йй. Ҡытайҙа Ихэтуань ихтилалын баҫтырыуҙа, 1904—05 йй. рус-япон, Беренсе донъя һуғыштарында ҡатнашыусы. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1878). 1871 й. алып рус армияһында. 1900 й. июне — 1901 й. февр. Төньяҡ Маньчжурияла ғәскәрҙәр командующийы, 1904 й. окт. — 1905 й. мартында Ҡоро ер һәм диңгеҙ көстәре Баш командованиеһының штаб начальнигы. 1905 й. башлап Хәрби министрлыҡтың яралылар б‑са Александр ком‑ты ағзаһы. 1906 й. алып 7‑се, 1912 й. — 11‑се армия корпустары командиры. 1915 й. авг. Ырымбур губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы итеп тәғәйенләнә, ләкин вазифа биләп өлгөрмәй. 1915 й. окт. башлап 11‑се армия командующийы, 1916 й. — Румыния фронты армияларының Баш командующийы ярҙамсыһы. Февраль революцияһынан һуң вазифаһынан ситләтелә. Атыла. 3‑сө (1915) һәм 4‑се (1914) дәрәжә Изге Георгий, 3‑сө (1900) һәм 4‑се (1892) дәрәжә Изге Владимир, 1‑се (1911), 2‑се (1888) һәм 3‑сө (1879) дәрәжә Изге Анна, ҡылыслы 1‑се (1904) һәм 2‑се (1880) дәрәжә Изге Станислав орд., алтын ҡорал м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика