СИЛӘБЕ ОПЕРАЦИЯҺЫ, РККА‑ның Көнсығыш фронты тарафынан Силәбе ҡ. һәм уның тирә‑яғындағы биләмәләрҙе алыу өсөн 1919 й. 17 июле — 4 авг. үткәрелгән һөжүм операцияһы; Граждандар һуғышында Көнсығыш фронттағы контрһөжүмдең стратегик өлөшө. Златоуст операцияһы тамамланғандан һуң Силәбегә һөжүм итер өсөн шарттар тыуған. Көнсығыш фронт көстәре — 32 мең кеше, 100‑гә яҡын орудие һәм 713 пулемёт, Көнбайыш армияныҡы 27 мең кеше, яҡынса 110 орудие һәм 345 пулемёт иҫәпләнгән. Көнсығыш фронттың 5‑се армияһы командующийы М.Н.Тухачевскийҙың планы б‑са Ҡыҙыл Армия бөтә фронт буйлап һөжүмгә күсергә, Силәбене алып, сигенгән Көнбайыш армияны ҡыйратырға тейеш була. 17—20 июлдә РККА‑ның Бишенсе армияһы, туранан‑тура һөжүм итеүҙе урап үтеү һәм ҡамап алыу м‑н бергә аралаштырып, дошмандың Сыбаркүл—Иртәш оборона рубежын аша сыға. 24 июлдә РККА‑ның 27‑се уҡсылар див. һуғышып Силәбегә инә. 25 июлдә С.Н.Войцеховскийҙың — Төньяҡ, 27 июлдә В.О.Каппелдең — Көньяҡ һәм В.Д.Косьминдың Тотҡарлаған төркөмдәре контрһөжүмгә күсә. Көньяҡ төркөм РККА‑ның 26‑сы уҡсылар див. тарафынан туҡтатыла; Төньяҡ төркөм РККА‑ның 27‑се һәм 35‑се уҡсылар див. араһынан үтеп, Екатеринбург—Силәбе т. юлын быуған һәм 5‑се армия тылына хәүеф тыуҙырған; Тотҡарлаған төркөм Силәбе тирәһендә туҡтатылған. Ҡыҙыл Армия частары Силәбегә сигенгән. Ҡаланың 12 меңгә яҡын эшсеһе 5‑се армия составына ингән, был уның етәкселегенә көстәрҙе ҡайтанан төркөмләп, һөжүм яһаласаҡ урында Удар төркөм тупларға мөмкинлек биргән. 29 июль — 1 авг. РККА‑ның 5‑се армияһының 35‑се һәм 5‑се уҡсылар див. һәм 3‑сө армияның 21‑се уҡсылар див. берлектәге хәрәкәте һөҙөмтәһендә һөжүм туҡтатыла, Көнбайыш армия частары ҡыйратыла, уның ҡалдыҡтары Тубыл й. аръяғына ҡыҫырыҡлана. 4 авг. РККА‑ның Егерме дүртенсе уҡсылар дивизияһы Троицк ҡ. азат итә. С.о. һөҙөмтәһендә А.В.Колчактың стратегик резервы тар‑мар ителә, 15 мең әсир, 100 пулемёт, 32 паровоз, 3500‑гә вагон һ.б. ғәнимәт алына, Рус армияһының Көнсығыш фронты төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәргә бүленә, Көньяҡ Урал яулап алына. РККА‑ның 5‑се армияһы — Ҡыҙыл Байраҡ орд., 26‑сы һәм 27‑се уҡсылар див. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның Почётлы революцион Ҡыҙыл Байрағы м‑н бүләкләнгән. Карта 338 б.

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

СИЛӘБЕ ОПЕРАЦИЯҺЫ (1919 й. 17 июле — 4 авгусы)

Яндекс.Метрика