САФРОНОВ Анатолий Александрович (9.12.1959, Ырымбур өлк. Саратовка а.), лётчик, ген.‑майор (2006). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). Иҡт. ф. канд. (2006). Рәсәй Федерацияһының атҡ. хәрби лётчигы (2003). Афғанстанда (1988—89 йй.), Чечняла (1994—96 йй. һәм 1999—2001 йй.) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. ДОСААФ авиация‑спорт клубын (Өфө, 1976), Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1980), Ю.А.Гагарин ис. Хәрби‑һауа акад. (Мәскәү өлк. Монино ҡасабаһы, 1994) һәм РФ Ҡораллы көстәренең Ген. штабы Хәрби акад. (Мәскәү, 2006) тамамлаған. 1976 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. — Рәсәй армияһында. Герой исеменә айырым вертолёт полкы ком. полк. С. 1999 й. 31 дек. Түбә Йорт а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 2007 й. башлап РФ Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби акад. оператив сәнғәт каф. начальнигы. 2010 й. алып отставкала. 2010 й. нояб. башлап РФ Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының эштәр идаралығы нач. (Мәскәү ҡ.), 2013 й. — Көньяҡ федераль округында РФ президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Эске сәйәсәт департаменты дир., 2014 й. алып Ростов өлк. губернаторы урынбаҫары. Ҡыҙыл Йондоҙ (1988), Батырлыҡ (1995, 1996), “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” (1994) орд. м‑н бүләкләнгән.

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика