САФОНОВ Анатолий Георгиевич [20.9.1919, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Суртан а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 24.6.1944, Белорус ССР‑ының Близнецы а. ерләнгән], өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сик буйы уч‑щеһын тамамлаған (1941). 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Көнбайыш, Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 48‑се армияның 399‑сы уҡсылар див. 1345‑се уҡсылар полкының рота ком. өлкән лейт. С. 1944 й. 24 июнендә Белорус ССР‑ының Заполье а. янында Друть й. аша сыҡҡанда һәм уң плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән. Дыуан р‑нының Мәсәғүт а. урамға С. исеме бирелгән, Дыуан а. уға һәйкәл ҡуйылған.

Н.И.Черепанова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика