АТОМДАР ҺӘМ МОЛЕКУЛАЛАР ФИЗИКАҺЫ, физиканың атомдар, молекулалар һәм уларҙың берләшмәләренең (кластерҙарының) төҙөлөшөн һәм физик үҙенсәлектәрен, ш. уҡ уларҙың үҙ-ара тәьҫир итешеү һәм уларға электр йәки магнит ҡырҙары тәьҫир итеүенән барлыҡҡа килгән физик күренештәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. Масс-спектрометрия, спектроскопия, резонанс, хроматографик анализ ысулдарын, квант механикаһы, статистик физика һәм термодинамиканың теоретик ысулдарын файҙалана. Квант химияһы, кинетика, молекуляр физика, структуралы һәм термохимия һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостанда А.һ.м.ф. (ш. иҫ. фотолюминесценция һәм электрондар эмиссияһы) б‑са тәүге тикшеренеүҙәрҙе Е.Н.Грибанов 20 б. 20—30‑сы йй. Физика институтында үткәрә. 1959 й. Химия ин‑тында органик берләшмәләрҙең кире иондарын өйрәнеү башлана, электрондарҙы резонанс м‑н тартып алыуға нигеҙләнгән масс‑спектрометрия ысулы уйлап табыла (В.И.Хвостенко), был ысул ш. уҡ органик берләшмәләрҙе өйрәнеү өсөн Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (В.А.Мазунов, М.В.Мөфтәхов, Н.Л.Әсфәндиәров), Органик химия ин‑тында (И.И.Фурлей, В.К.Мавродиев), Бөрө соц.-пед. акад. (С.В.Пихтовников, А.Ф.Пономарёв) ҡулланыла. Химия ин‑тында (Н.М.Поздеев һ.б.) һәм Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (А.Х.Мәмлиев һ.б.) — молекулаларҙың геом. структуралары һәм конформацион күсештәре микротулҡын спектроскопияһы ысулы м‑н, Авиация техник университетында (И.С.Перелыгин һ.б.) инфраҡыҙыл спектроскопия һәм комбинацион сәселеү спектроскопияһы ысулы м‑н өйрәнелә, поляр эретмәләрҙә молекулалар һәм иондарҙың структураһы һәм динамикаһы тикшерелә (А.С.Краузе). 70‑се йй. алып — Органик химия ин‑тында хемилюминесценция ысулы м‑н (В.П.Казаков һ.б.), 80‑се йй. алып Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында фотоэлектрон спектроскопияһы (Б.Г.Зыков, О.Г.Хвостенко һ.б.), ультрафиолет һәм күҙгә күренә торған диапазонда яҡтылыҡ йотолоу спектроскопияһы (УФ‑спектроскопия; Е.Е.Цеплин), үтеп барыусы электрондар (С.А.Пшеничнюк, В.С.Фалько), электрон-парамагнит резонанс (Ю.А.Лебедев) ысулдары м‑н молекулаларҙың һәм иондарҙың электрон һәм киңлек структураһы өйрәнелә; теоретик ысулдар м‑н ҡатмарлы молекулаларҙағы электронлы процестар тикшерелә (О.А. Пономарёв, Е.С.Шиховцева); БДМУ‑ла биол. һәм экологик әһәмиәтле молекулалар ядро-магнит резонансы ысулы м‑н өйрәнелә (Р.С.Нәсибуллин һ.б.). 80-се йй. алып БДУ‑ла (Р.З.Бәхтизин һ.б.), 2000‑се йй. — Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (В.М.Корнилов) һәм Биохимия һәм генетика ин‑тында (Р.Р.Ғәрәфетдинов) молекулаларҙың ҡаты есемдәрҙең өҫкө йөҙө м‑н тәьҫирләшеүе тикшерелә. Шулай уҡ ҡара: Молекуляр биология, Молекуляр моделдәр яһау, Физик электроника, Юғары молекуляр берләшмәләр химияһы.

Р.В.Хатымов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов