СИЛӘБЕ ГУБЕРНАҺЫ, 1919 й. РСФСР составында ойошторола. Губернаға Ырымбур губ.Троицк һәм Силәбе өйәҙҙәре, Тубыл губ. Ҡурған өйәҙе, Турғай өлкәһенең Ҡустанай өйәҙе инә. 1922 й. төньяҡта — Екатеринбург губернаһы, көнсығышта — Төмән губ., көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта — Ҡырғыҙ АССР‑ы, көнбайышта БАССР м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Силәбе ҡалаһы. Майҙаны — 119066 км2 (1923). Халҡы (млн кеше): 1920 й. — 1,562 (ш. иҫ. башҡорттар 34,8 мең), 1923 й. — 1,279. 1920 й. ғин. губерна составына Верхнеурал өйәҙе, 1922 й. авг. Златоуст өйәҙе инә. 1920 й. сент. Ҡустанай өйәҙе һәм Троицк өйәҙенең бер өлөшө Ҡырғыҙ АССР‑ына бирелә. Ҡалалары: Верхнеурал, Златоуст, Ҡурған, Силәбе, Троицк (1923). Башлыса а.х. (игенселек ҙур урын биләгән, нигеҙҙә, һоло һәм бойҙай үҫтергәндәр) һәм тау сәнәғәте үҫешкән була. Иң эре пр‑тиелар Златоуст һәм Силәбе өйәҙҙәрендә урынлашҡан: Златоуст (Косотур) заводы, Ҡытау-Ивановка заводы, Ҡытаутамаҡ заводы, “Магнезит”, Минйәр заводы, Һатҡы заводы, Әшә-Балашов заводы. 1923 й. Силәбелә — 350, Златоуста — 100, Ҡурғанда — 150, Троицкиҙа 200 самаһы сауҙа һ.б. пр‑тие иҫәпләнгән. С.г. аша Омск, Пермь, Һамар—Златоуст һәм Ташкент т. юлдары үткән. Губерна 1923 й. нояб. бөтөрөлә, уның терр‑яһы Урал өлкәһенең Златоуст, Ҡурған,Троицк һәм Силәбе округтары составына инә.

Әҙәб.: Челябинская губерния в период военного коммунизма (июль 1919 — декабрь 1920 гг.): док. и материалы. Челябинск, 1960.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика