САЙРАНОВ Садиҡ Уйылдан улы [15.5.1917, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Һыртлан а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 21.10.1976, Ишембай ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939 й. Халхин-Гол й. буйында совет-япон ҡораллы бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Мәләүез р‑нының “Урал” к‑зында эшләй. 1938—40 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Үҙәк, Брянск, 1‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 11‑се гвардия армияһы 5‑се гвардия уҡсылар див. 12‑се гвардия уҡсылар полкының взвод ком. гвардия лейт. С. 1944 й. 14 июлендә Литва ССР‑ының Мяркине а. янында Неман й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Ишембай пр‑тиеларында эшләй. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945). Һыртланда С. уҡыған мәктәп ихатаһында уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика