САЗОНОВ (Созонов) Егор Сергеевич (26.5.1879, Вятка губ. Петровский а. — 26.11.1910, Нерчинск һөргөнө, 1917 й. Өфөлә ҡабаттан ерләнгән), революция хәрәкәтеэшмәкәре. 1904 й. алып Социал-революционерҙар партияһы ағзаһы. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1897). 1901 й. революцион эшмәкәрлек өсөн Мәскәү ун‑тынан ҡыуылып, ҡулға алына һәм Өфөгә һөрөлә. В.В.Леонович һәм А.А.Бельский м‑н берлектә Урал социал-демократтар һәм социал-революционерҙар союзын ойоштороуҙа ҡатнаша. Өфө һәм Златоуст ҡ. тимер юлсылары араһында агитация алып барған. 1902 й. мартында ҡулған алына һәм Көнсығыш Себергә һөрөлә, Швейцарияға ҡаса. 1904 й. йәшерен рәүештә Рәсәйгә ҡайта. Эсерҙарҙың хәрби төркөмө составында 15 июлдә С.‑Петербургта эске эштәр министры В.К.Плевены үлтереүҙә ҡатнаша. 1905 й. мәңгелек һөргөнгә хөкөм ителә. Өфөлә урамға С. исеме бирелгән.

Хеҙм.: Исповедь. СПб., 1906.

Әҙәб.: Городницкий Р.А. Егор Сазонов: мировоззрение и психология эсера-террориста //Отечественная история. 1995. №5.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика