СИЛӘБЕ, ҡала (1781 й. алып), Исәт провинцияһының (1743 й. алып), Силәбе өйәҙенең (1781 й. алып), Силәбе губернаһының (1919 й. алып) адм. үҙәге. 1736 й. Себер даруғаһының Ҡара‑Табын улусы башҡорттары ерҙәрендә Силәбе ҡәлғәһе итеп нигеҙ һалына. 1786 й. С. 111 сауҙагәр һәм мещан йорто иҫәпләнә. 1795 й. — 2564 кеше, 1861—63 йй. — 5857, 1897 й. — 19998 (башҡорттар — 187, йәһүдтәр — 298, комиҙар — 104, мишәрҙәр — 272, поляктар — 219, татарҙар — 445, украиндар — 178, урыҫтар — 18091 һ.б.); 1910 й. 62654 (ш. иҫ. 2284 башҡорт) кеше йәшәгән. Халҡы, нигеҙҙә, сауҙа, һөнәрселек м‑н шөғөлләнгән. Йыл һайын 3 йәрминкә үткәрелгән. 1866 й. мәхәллә һәм өйәҙ училищелары, дауахана, 4 сиркәү эшләгән. 1892—93 йй. С. аша Көнбайыш Себер т. юлы үтә, һөҙөмтәлә ҡала Рәсәй империяһының Европа өлөшөн Себер һәм Алыҫ Көнсығыш м‑н бәйләгән мөһим үҙәккә әүерелә. 1897 й. — С. аша үткән күскенселәр ағымын көйләгән үҙәк-бүлеү пункты (19 б. аҙ. күскенселәр иҫәбе йыл һайын 60 мең кешегә артып, 20 б. башында 200—700 меңгә еткән), 1899 й. таможня асыла. Граждандар һуғышы осоронда 1918 й. майында С. Чехословак айырым корпусы частары тарафынан баҫып алына, июнь—июлдә ҡалала Башҡорт хөкүмәте, Башҡорт ғәскәре частары урынлаша. Силәбе операцияһы ваҡытында Бишенсе армия частары тарафынан яулана. 1923 й. алып Урал өлкәһенең округ үҙәге. Хәҙ. Силәбе өлкәһенең адм. үҙәге.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика