СИЛАНТЬЕВ Иван Матвеевич [28.1. 1918, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡалтыман а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 7.7.1958, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАССР‑ҙың Иглин р‑нының Я.М.Свердлов ис. к‑зында эшләгән. 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. июненән Көньяҡ‑Көнбайыш, Сталинград, 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт иткән. Герой исеменә 1‑се гвардия механизацияланған корпусының 9‑сы гвардия танк бригадаһы 2‑се танк батальонының Т‑34 танкы механик‑водителе гвардия өлкән сержанты С. 1943 й. 18 июлендә Изюм ҡ. (Украина ССР‑ы) көньяҡ‑көнсығыштараҡ Төньяҡ Донец й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Я.М.Свердлов ис. к‑зда эшләгән. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943).

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика