САДИҠОВА Мәхмүдә Хисай (Хисаметдин) ҡыҙы [14.8.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Шәрип а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 20.9. 1985, Өфө], археолог. Тарих ф. канд. (1965). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1942). 1945 й. алып ВЛКСМ‑дың Өфө ҡала Жданов районы ком‑ты секретары, 1947— 52 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында, 1957—63 йй. һәм 1967 й. башлап ТТӘИ‑лә, 1970—74 йй. БДМИ‑ла эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың Сармат мәҙәниәтенә арналған. Бер нисә археологик ҡомартҡыны, ш. иҫ. Иҫке Ҡыйышҡы ҡурғандарын, Иҫке Муса ҡурғандарын, Убаларҙы, Шәкетауҙы, асҡан. 10‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Сарматский курганный могильник у дер. Старые Киишки //Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1962. Т.1; Археологические материалы о хозяйстве башкир IX— XIV вв. //Шунда уҡ. 1971. Т.4.

Р.Исмәғил

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.