САДИҠ СӘЙЕТОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (177375) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Сәйет биҫтәһе татары. Пугачёвтың Йәшерен советы составына ингән. Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре составында Ырымбур ҡ., Ырымбур провинцияһының Татищев ҡәлғәһе һәм Һаҡмар ҡаласығы, Троицк ҡәлғәһе, Исәт провинцияһының Лягушино а., Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы Үрге Ҡыйғы һәм Уразмәт аа., Пермь провинцияһының Әшит ҡәлғәһе янындағы алыштарҙа, Уҫыны алыуҙа, Ҡазан тирәһендәге алыштарҙа, Саранск, Пенза, Һарытау ҡҡ. һ.б. торама пункттарҙы баҫып алыуҙа, Ҡара Яр ҡ. эргәһендәге алышта ҡатнаша. 1774 й. 8 сент. һуң С.С. яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика