СИБАЕВ Шаһиәхмәт (Шәйәхмәт) Утарбай улы (1821, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Сибай а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Иҫке Сибай а., — ?), кантон башлығы, шағир-импровизатор. Зауряд-сотник (1857). 1852 й. алып 7‑се башҡ. кантонында йорт старшинаһы, 1853 й. — Һырдаръя нығытмалы сик һыҙығында хеҙмәт итә, 1858—63 йй. 6‑сы кантон башлығы. Башҡ. халыҡ йыры “Сибай” С. исеменә бәйле ижад ителә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика