САҒЫР ИЛӘЙМӘНОВ, С. Сөләймәнов, Крәҫтиәндәр һуғышында (177375) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһы башҡорто. 1774 й. майында башҡорт делегацияһы составында ҡаҙаҡтарҙың ҡораллы ярҙамы т‑да һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Пугачёв тарафынан Урта йөҙ ханы Әбләйгә ебәрелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика