СӘФӘРОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһының Шәмшәҙе улусы Мәҫкәү а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) башҡорттары. Билдәлеләре: Әбделвәхит Йәғәфәр улы С. (1764—1848), йорт старшинаһы. Уның улдары: Әбделхәким Әбделвәхит улы С. (1795— 1857), поход старшинаһы; Әбделбасир Әбделвәхит улы С. (1800—39), зауряд‑яҫауыл (1824). 1814 й. алып хәрби хеҙмәттә. 1828 й. башлап йорт старшинаһы, 1832—39 йй. 10‑сы башҡ. кантоны башлығы. 1832 й. Ырымбур хәрби губернаторы В.А.Перовскийҙан рәхмәт ала; Әбделнасир Әбделвәхит улы С. (1808—50). Писарь булып хеҙмәт итә. 1847 й. шәхси хеҙмәттәре өсөн йөкләмәләрҙән азат ителә; Әбделмөсәүир Әбделвәхит улы С. (1810—?), зауряд‑хорунжий. Хиуа походында (1839—40) ҡатнашыусы. 1847 й. йөкләмәләрҙән азат ителә. Әбделбасир С. улы Әбделхаҡ Әбделбасир улы С. (1820—?), зауряд‑хорунжий. С. нәҫеле 19 б. 2‑се ярт. Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.

З.Ғ.Ғәтиәтуллин, Л.Ф.Сәйфуллина

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика