САВИНДАР, С о в и н д а р, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Ефим Иванович С. (?— 1640), Стародуб ҡ. сыҡҡан. 1622 й. Мәскәүҙә дворяндар исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына һәм Өфөгә хеҙмәт итергә ебәрелә. 1626 й. Ольховое күле (Ағиҙел й. басс.) буйында 60 сирек поместье бирелә, һуңыраҡ Ташлы й. (Ағиҙел й. басс.) буйындағы Пушкарево а. уныҡы тип иҫәпләнгән. 1635 й. Ф.И.Каловский (ҡара: Каловскийҙар) етәкс. дворяндар отряды составында ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә ябырылыуын булдырмаҫ өсөн Урал аръяғына ебәрелә. Һәләк була. Уның иң билдәле улдары: Лука Ефимович С. (?—1659). 1624 й. Мәскәүҙә дворяндар исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә алына. 1627 й. уның поместье оклады 250 сирек ер тәшкил итә, ҡатынының бирнәһе итеп Шөгөр й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында 20 сирек поместье ала. 1647 й. Шөгөр й. буйындағы ауыл уныҡы тип иҫәпләнгән. Һәләк була; Юрий Ефимович С. (?—1663). 1632 й. Мәскәүҙә дворяндар исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә алына. Башҡорт ихтилалын (1662—64) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1635 й. ҡатынының бирнәһе итеп Түңәрәккүл (Ағиҙел й. басс.) буйында 65 сирек алпауыт ере ала. Һәләк була. 1665 й. ихтилалды баҫтырыуҙағы хеҙмәттәре өсөн уға үлгәндән һуң 50 сирек алпауыт ере бирелә. 1678 й. уның Шөгөр й. буйындағы 25 сирек алпауыт ере үгәй улдары һәм ҡыҙҙары араһында бүленә. Уның улы Михаил Юрьевич С. 1657 й. дворяндар исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә алына. 1682 й. уның поместье оклады 500 сирек ер тәшкил итә. 1684 й. Өфөлә баш городовой итеп тәғәйенләнә. 1678 й. мираҫҡа атаһының 25 сирек ерен ала. Шулай уҡ билдәлеләр: Гаврила С., капрал. 1767 й. Өфөлә тәүге дворяндар йыйылышына һайлауҙа ҡатнаша; Пётр Гаврилович С., прапорщик. 1782 й. алып Ырымбур губ. идараһында, 1785 й. Өфө шарап приставы (ҡаҙна шарабы һаҡлағысы мөдире) булып хеҙмәт итә. 1801 й. С. нәҫеле Ырымбур губернаһының нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика