СӘЙФУЛЛА СӘЙҘӘШЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773–75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы Тонтортамаҡ а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) башҡорто. Мулла. Уҫы даруғаһында баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе. 1773 й. нояб. аҙ. Әбдей Абдуллов отрядына ҡушыла. 1774 й. ҡыш һәм яҙында Уҫы, Шәрмәйет заводы һәм Йоҡ‑Кама з‑дында баш күтәреүселәрҙең үҙидара органдарына хәрби ярҙам күрһәтә. Мартта С.С., Әҙиғот Темәсов һәм Әҙел Әшмәнев етәкс. йыйылма отряд (2 мең кеше) Ҡазан губернаһының Бәли а. янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Июндә Салауат Юлаев отрядтары составында – Уҫыны, Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Воткинск һәм Ижевск з‑дтарын, Ҡазан губ. Мамадыш а. алыуҙа, Ҡазанды штурмлауҙа ҡатнаша. Ҡазан янында баш күтәреүселәр ғәскәре тар‑мар ителгәндән һуң Кама буйына ҡайта, июль–авг. Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр отрядтарына етәкселек итә. Окт. аҙ. Себер даруғаһының Ҡайпан а. янында Шәрип Кейеков отряды тарафынан әсиргә алынып, нояб. Ҡазан йәшерен комиссияһына килтерелә. Үлем язаһынан азат ителә, ҡамсы м‑н һуҡтырылып, һөргөн полкына ебәрелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика